16 февральдә 19.00 сәғ. «Ашҡаҙар» башҡорт эстрада-фольклор төркөмө «Ата-баба аманаты – Торатау!» тип исемләнгән ҙур концертын тәҡдим итә. 2017- Башҡортостанда Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналған тамашала төркөмдөң талантлы солистары – Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәйхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зөлфиә һәм Рәмил Әүбәкировтар, Ришат Хәмитов, Гүзәлиә Татлыбаева, Илдар Әбдрәшитов, Айҙар Латыпов, Ильдар Рәхимғолов, Динар Абдуллин ҡатнашасаҡ. Һеҙҙең өсөн күңелдәрҙе илһамландырған башҡорт халыҡ һәм дәртле эстрада йырҙары, ҡурай моңдары яңғыраясаҡ.